Новости
10 августа 2021

Ҡара һағыҙ ҡайнатыу серҙәре

Халҡыбыҙҙың борондан килгән кәсебе ул – ҡара һағыҙ ҡайнатыу. Сөнки ҡайын туҙынан эшләнгән был һағыҙ бик файҙалы икәнен белгәндәр элеккеләр.

 

Ҡара һағыҙ тештәрҙе, ауыҙ ҡыуышлығын таҙарта. Шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк, һәм башҡа ағзалар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Хәҙерге ваҡытта магазиндарҙа һатылған һағыҙҙар менән сағыштырырлыҡ түгел шул!

 

Беҙ ҙә ауыл ағинәйҙәре менән электән килгән йоланы тергеҙеү маҡсатында ҡара һағыҙ ҡайнатыу серҙәренә өйрәндек. Гөлфирә, Назия, Хәлимә апайҙарыбыҙ һағыҙ ҡайнатыу серҙәре менән бүлеште.

 

Ҡара һығыҙҙың тәмлелеге! Бер тәмләһәң ғүмерҙә онотмаясаҡһың.

 

Ошо кәсеп онотолмаһын, тергеҙелһен, ҡара һағыҙ ҡайнатыу менән шөғөлләнеүселәр артһын ине ул.